Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына килеп инеү менән, адрес буйынса Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемендәге 29-сы мәктәпте эҙләй башланыҡ. Емерек йорттар, шыҡһыҙ кварталдар был яҡтарҙың ниндәй снарядтар ҡамауы аҫтында ҡалыуы хаҡында һөйләй. Кемдер иҫке өйгә венок элеп киткән... Бер һүҙһеҙ барыһы ла аңлашыла. Киноларҙа ғына күргән һуғыш ғәрәсәтен кисергән картиналар машина тәҙрәһе аша ағыла ла ағыла. Анау хәтлем таш йорттар, бетон биналар ерҙә түшәлеп, емерелеп ята, тупраҡтан яралған әҙәм балаһына бында ни һан?
Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына килеп инеү менән, адрес буйынса Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемендәге 29-сы мәктәпте эҙләй башланыҡ. Емерек йорттар, шыҡһыҙ кварталдар был яҡтарҙың ниндәй снарядтар ҡамауы аҫтында ҡалыуы хаҡында һөйләй. Кемдер иҫке өйгә венок элеп киткән... Бер һүҙһеҙ барыһы ла аңлашыла. Киноларҙа ғына күргән һуғыш ғәрәсәтен кисергән картиналар машина тәҙрәһе аша ағыла ла ағыла. Анау хәтлем таш йорттар, бетон биналар ерҙә түшәлеп, емерелеп ята, тупраҡтан яралған әҙәм балаһына бында ни һан?
Урамдарҙы урам алмаштырып, әллә ҡайҙан өс әләм балҡып торған белем усағына килеп еттек. Барыбыҙ ҙа бер тауыштан тигәндәй “Башҡортостан!” тип әйткәнебеҙҙе, төрлөсә ҡыуаныс тойғоларын белдергәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Бына ул беҙ ашҡынып килгән белем усағы. Мәктәп ихатаһы алдында ике малай йөрөй. Шунда уҡ яндарына барып таныша һалабыҙ: Саша менән Илюша.
– Малайҙар, беҙ был яҡтан түгелбеҙ. Был ниндәй мәктәп ул? – тибеҙ.
– Беҙҙең мәктәп Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемен йөрөтә! – ти улар, бер-береһен уҙырға тырышып. Бына ышанаһығыҙмы, алдан әҙерләнгән дә, махсус беҙҙе ҡаршыларға сығарылған да балалар түгел. Мәктәптән ҡайтып барған малайҙар. Бындағы балаларҙың Сафа Хәсәнов хаҡында яҡшы белеүен таныштарым аша ишеткәнем бар, шуға күрә хатта һынамаҡҡа биргәйнем һорауҙы. Башҡорт батырын телгә алып торған балаларҙы ҡосаҡлап алғанды һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Күҙҙәргә йәш тулды хатта. Нисектер был яҡта башҡорт яугирҙәренә рәхмәтле булыу – быуындан-быуынға күскән тәрән тойғо, хатта йолаға тиң.
Красный Лучтағы был мәктәп 1994 йылдың 1 сентябрендә асылған һәм ул тотош республикала берҙән-бер яңы төҙөлгән мәктәп булған. Шул йылдан һуң төбәктә бер белем усағы ла һалынмаған да, ҡаралмаған да. Был бик ҡурҡыныс күрһәткес, сөнки дәүләт иң тәүҙә мәғариф, медицина учреждениеларын хәстәрләргә бурыслы. Башҡаса ярҙам булмаясағын аңлаған ата-әсәләр, бында йәшәгән халыҡ йыл һайын белем усағын бергәләп матурлаған, уның тирә-яғын йәмләндергән, таҙартҡан, ағастар, сәскәләр ултыртҡан.
Луганск Халыҡ Республикаһының Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеге башланғас, 29-сы мәктәп тә республикабыҙ тарафынан шефлыҡҡа алына. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте мәктәптә ремонт эштәрен башлау хаҡында хәстәрлек күрә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Сафа Хәсәновтың исемен мәктәпкә биреү тураһында тәҡдим индерә. Уҡытыусылар коллективы ла, ата-әсәләр ҙә был тәҡдимгә ихлас ризалаша. Алда әйткәнемсә, бында халыҡ ил батырҙарының исеме, улар хаҡындағы йәнле хәтирәләр менән йәшәй. Был ерҙән бер быуат эсендә генә, һуңғы осорҙа ике тапҡыр һуғыш үткән, шуға күрә улар беҙҙең кеүек яу тураһында кинонан ҡарап, китаптан уҡып ҡына түгел, атай-олатайҙарының хәтирәһе, ошо ерҙең тын алышы аша белә. Ә ер, ысынлап та, ябай түгел. Бер ҡараһаң, күмер булып ялтырай, икенсе ҡараһаң, икмәккә яғырлыҡ ҡаймаҡтай!
Бөгөн республикабыҙ ярҙамында мәктәптә иҙәндәр, тәҙрәләр, барлыҡ сантехника алмаштырылған. Ҡалала ла Башҡортостан төҙөүселәре юлдар һала, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын йүнәтә, медицина хеҙмәткәрҙәре халыҡты ҡабул итә, уҡытыусылар ҙа мәғариф өлкәһендә үҙ өлөшөн индерә.
Балалар менән осрашыу тантаналар залында үтте. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ урынбаҫары Марат Ғәзизов был осрашыуҙа батыр пионерҙар, Тыуған ил тойғоло балалар хаҡында һөйләне. "Панорама Башкортостана" журналының веб-мөхәррире Наил Аширов шулай уҡ иле булған халыҡтың көсө, ҡеүәте тураһында фекерҙәрен еткерҙе. “Аҡбуҙат” журналын балаларға таратыр алдынан беҙ был мәктәптә лә викторина ойошторҙоҡ. Балаларҙың Тыуған ил, батырҙар тураһында белемен тикшерҙек, иман хаҡында һөйләштек. Ә инде шәжәрә төҙөй башлағайныҡ, уҡыусылар беҙҙе атай-олатайҙарын яҡшы белеүе менән таң ҡалдырҙы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының был мәктәптә махсус кадет класы бар. VI “Б” класында уҡыған Арина Сабатскаяның һигеҙ быуынын белеүе беҙҙе һоҡландырҙы. Белемле ҡыҙҙың беҙгә аҙаҡ та һорауҙары булды:
– Ә һеҙ Мари-Иле Республикаһын беләһегеҙме?
– Беләбеҙ, әлбиттә! Нисек белмәй, ти, инде. Башҡортостанда мари милләте вәкилдәре лә йәшәй! – тибеҙ.
– Һеҙ ул халыҡ тураһында ла беләһегеҙме ни? Мин бит мари ҡыҙы! – ти Арина.
– Эй, үҫкәнем, беләбеҙ, минең яратҡан мариҙарым Башҡортостандың Мишкә районында йәшәй. Ул төбәктең мари милләтле хакимиәт башлығы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың исемен мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эш атҡарҙы! – тибеҙ Аринаға. Бына шулай, һис уйламағанда балалар йөҙөндә күп милләтле илебеҙҙең төҫтәре тағы ла сағыуыраҡ балҡып китте. Күрәһең, был мәктәптә күберәк йә рус, йә башҡорт батырҙары хаҡында ғыналыр һүҙ, шуға күрә ҡыҙыҡайҙың, туған халҡы тураһында ишетеп, ҡыуанғанын тойҙоҡ.
Мәктәптең музейына бүләк итеп ҡашмау тапшырыр алдынан, ҡыҙҙарға уны кейеп фотосессия эшләргә була, тип тәҡдим иттек. Ҡашмауҙы борон замандарҙа кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар кейгән, ә бөгөн уны Милли кейем байрамында башҡорт ҡыҙҙары ла, ҡулайлаштырып эшләнгәнен кескәйҙәр ҙә кейә. Фотосессия бик уңышлы килеп сыҡты: килеште ҡыҙҙарға ҡашмау! Артабан мәктәп музейы менән таныштыҡ.
– Бына был музейыбыҙ тотошлайы менән батырҙарға, шәхсән Сафа Хәсәновҡа бағышланған. Ҡалабыҙҙа уның исемендәге урам да бар, унда иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Мәктәбебеҙ генә түгел, уның эсендәге бер кадет класы ла Сафа Хәсәнов исемен йөрөтә. Бөгөн беҙ Башҡортостандағы С. Хәсәнов исемендәге мәктәп, батырҙың туғандары менән бәйләнештә торабыҙ. Бына был көндәлекте беҙгә улар бүләк итте. Сафа Хөзәм улы, баҡтиһәң, көндәлек алып барған икән. Беҙ шул яҙмаларҙы фотолары менән дә байытып, альбом эшләнек. Сафа Хәсәновтың исемен йөрөтөү – беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ! Бына ошо тойғоно балаларға ла һалырға тырышабыҙ! – ти Елена Александровна. Һис шикләнмәйбеҙ. Саша һәм Илюша менән осрашыу ғына ла ни тора ине! Әйткәндәй, мәктәп йәнә лә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән дә хеҙмәттәшлек итә.
Өс әләмле мәктәпкә кемдең исеме бирелгән?
Данлы яҡташыбыҙ тураһында “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ла һөйләмәксебеҙ. Республикабыҙҙа уның хаҡында һәр бала белә, тип әйтеп булмай. Батырҙар, уларҙың ил алдындағы ҡаһарманлығы тураһында уҡыусыларға йыш һөйләргә кәрәк. Батырлыҡ – ул бик мәшһүр тойғо. Халыҡ, ил мәнфәғәтендә үҙеңдең ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуя алыу – кешенең Ер йөҙөндә йәшәүенең төп маҡсатын аңлауы ул. Кеше булып йәшәгән һәр кешегә ил кәрәк! Ватан кәрәк!
Сафа Хөзәм улы Хәсәнов 1916 йылда Стәрлебаш районының Өмөтбай ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ул данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында алыша. Кесе лейтенат С. Хәсәнов миномет взводының командиры була. Ул Гомель өлкәһенең Брагин районын азат итеүҙә айырыуса ҙур батырлыҡтар күрһәтә, тәүгеләрҙән булып Днепрҙы кисеп сыға. Нивки ауылы өсөн алышта дошмандар ҡамауында ҡалып, уның взводы сәғәт ярымдан ашыу ҡаты һөжүмдәргә ҡаршы тороп, еңеп сығалар. 1944 йылда Сафа Хәсәновҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Һуғыш тамамланғас, ул тыуған яғында башта колхозда, аҙаҡ ауыл советында рәйес булып эшләй. Яҡташтары уның тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай. Башҡорт батыры Стәрлебаш районының Елембәт ауылы зыяратында ерләнгән. 1975 йылда уның хөрмәтенә районда бюст, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
С. Хәсәновтың музей бүлмәһе етәксеһе Юлия Манжуланың әйтеүенсә, киләсәктә залды Башҡортостандың башҡа батырҙары хаҡындағы мәғлүмәт менән дә байытырға уйлайҙар. Республикабыҙҙан сыҡҡан Рәсәй Геройҙары тураһында мәғлүмәт һалырбыҙ, тип һөйләштек.
Бөгөнгө заман батырҙары
Мәктәптең үҙенән сыҡҡан ҡаһармандар тураһында ла һөйләп китергә теләйем. 1992 йылда тыуған Дмитрий Поляков Красный Луч ҡалаһының 11-се мәктәбендә уҡыған, йөҙөү, еңел атлетика, футбол менән шөғөлләнгән. Футбол менән ныҡлап мауығып киткәндә, башта ул ҡаланың үҫмерҙәр йыйылма командаһының ағзаһы булған. Аҙаҡ “Шахтер” йыйылма командаһында уйнап, торараҡ спорт мәктәбендә тренер итеп тәғәйенләнгән. Ә инде 2016 йылдан 29-сы мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы булараҡ эшкә килгән, шуға күрә лә С. Хәсәнов исемен йөрөткән мәктәптә уны яҡшы беләләр ҙә инде. Ул шул тиклем спортты ла, балаларҙы ла яратҡан, хатта әле лә уның хаҡында күҙҙәренә йәш эркелеп хәтерләйҙәр. Эйе, хөрмәтле уҡыусым, аңлағанһыңдыр, бөгөн инде уҡыусыларында тән һәм рух сәләмәтлеге тәрбиәләгән, футбол, волейбол, баскетбол ярыштары, хәрби уйындар ойошторған, һәр төрлө спорт бәйгеләренә еңеүсе булырҙай балалар әҙәрләгән Дмитрий Сергеевич беҙҙең арала юҡ... Ул “Лучистый” балалар һауыҡтырыу лагерында шөғөлләнгәндә, Красный Лучтың ғына түгел, тотош Луганск Республикаһы балаларының һөйөүен яулап алған. Ил өсөн яуға күтәрелер мәл еткәс, Д. Поляков үҙ теләге менән Донбассты яҡлау юлына баҫҡан. Үкенескә ҡаршы, балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы 2022 йылдың 28 февралендә батырҙарса һәләк булған. Ул үлгәндән һуң “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Был яугирҙәр араһында иң ҙур награда һанала, сөнки ул яуҙағы ҡаҙаныштар өсөн генә бирелә.
Был батырҙар тураһында айырым атап яҙыуым юҡҡа түгел, сөнки Ватан өсөн, уның үҙаллылығы өсөн, Рәсәй халҡының берҙәмлеге өсөн алыш барған ваҡытта бер төбәк тә ситтә ҡалмағандыр, моғайын. Был хаҡта айырым мәҡәләлә тағы ла телгә алырбыҙ. Шуныһы мәғлүм булһын: махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә тап ошо төбәктең ир-егеттәре ҡырылған да инде. Беҙҙең республика йәки беҙҙең халыҡ ҡына алыша, тигән фекер дөрөҫ түгел.
1990 йылда тыуған Артем Бакин да – Красный Луч егете. Ул ошо мәктәп уҡыусыһы ла. IX класты тамамлағандан һуң, грек-рим көрәше менән шөғөлләнгән, күп тапҡыр ҡала, төбәк, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа чемпион булған. Спорт мастерына кандидат А. Бакин юғары белем алған, әммә төбәктә хәрби хәрәкәттәр башланғас, 2014 йылда "Новороссияның халыҡ ополчениеһы"на яҙыла. Ә инде 2015 йылда разведбатальонға контракт буйынса хеҙмәткә бара, сапер була. Уның лидерлыҡ сифаттарын күреп, башта взвод командиры итәләр, аҙаҡ офицер званиеһы бирәләр. 2021 йылдан Артем Васильевич хеҙмәттән китеп, үҙен ғаиләһенә бағышлай. Ләкин 2022 йылда башланған махсус хәрби операцияла хәрбиҙәр етешмәүен ишетеп, һис икеләнмәйенсә, үҙ теләге менән саҡырыу пунктына килә. Бында уны ЛХР-ҙың Халыҡ милицияһының 7-се разведротаһына тәғәйенләйҙәр. Ул разведчик була. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында уны төркөмдөң, отрядтың, взводтың командиры итеп ҡуялар. Уның ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге хаҡында ҡул аҫтында булған яуҙаштары бына нисек хәтерләй: “Артем тылда йөрөгән командирҙарҙан булманы. Киреһенсә, ул һәр ваҡыт беҙҙең алдан барҙы, ошо рәүешле беҙҙең рухты күтәрә торғайны...” Артем Бакин етәкселегендәге яугирҙәр тарафынан бер генә ҡала йәки ауыл азат ителмәгән, киреһенсә, улар һәр саҡ алда һәм хаҡ юлда булыуын аңлап башҡарған эштәрен! Төрлө бурыстар үтәгәндәр: штурмлау, таҙартыу, разведка һәм башҡалар. Артем Васильевич бер нисә тапҡыр төрлө яра ла алған, әммә дауахананан яуға атлығып торған.
Соледар өсөн барған ҡаты алышты хәтерләйһегеҙҙер. 2022 йылдың 10 авгусында була ул хәл. Артем яуҙаштары менән бергә алда бара. Кумулятив снаряд бинаға эләгеп, йәш ир емереклектәр аҫтында ҡала. Уның өҫтөнә плитә төшә, әммә был ваҡытта ул иҫән була әле. Командир булараҡ, Артем Васильевич ҡаты бойороҡ бирә: “Тиҙ арала был тирәнән китегеҙ! Бөтәгеҙҙе лә юҡ итәсәктәр. Һөжүм туҡтағас, килерһегеҙ! Ә әлегә тиҙерәк бынан китегеҙ!” Артемды емереклектәр аҫтынан табып алғанда, ул йән биргән була инде. Күп тапҡыр миҙалдар менән бүләкләнгән Артем Бакин Красный Лучта “Дан аллеяһы”нда ерләнгән.
2002 йылда тыуған Андрей Процив 2019 йылда ошо уҡ 29-сы мәктәпте тамамлаған. Ошо уҡ йылда Луганск дәүләт университетына уҡырға ингән. Ул да, Дмитрий Поляков һымаҡ, спорт менән мауыҡҡан, футбол яратҡан, спорт буйынса студент советына ингән. Студент сағында вуз командаһы өсөн сығыш яһаған. Тап ошо йылдарҙа ул “ЛХР дружинаһы” йәштәр хәрәкәтенең һәм “Луганщина донъяһы” ойошмаһының әүҙем ағзаһы ла булып китә! Бик ярҙамсыл, ихлас, шул уҡ ваҡытта изгелек өсөн бер ҡасан да рәхмәт һүҙе көтмәгән алсаҡ егет ине, тип хәтерләйҙәр уны. Олатайҙары миҫалында илһөйәр булып үҫкән Андрей 2022 йылдың 25 февралендә үк повестка килгәнен көтөп тормайынса, саҡырыу пунктына юллана һәм үҙ ирке менән Луганск Халыҡ милицияһы сафына инә. Өлкән уҡсы була. Республиканы азат итеүҙә, атап әйткәндә, Рубежное, Северодонецк, Лисичанск ҡалалары өсөн яуҙа, ә инде 2022 йылдың авгусынан Донецк Халыҡ Республикаһы ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Соледар өсөн күптәр башын һала. Андрей Процив та тап ошо ер өсөн яуҙа 2022 йылдың 8 октябрендә һәләк була.
Бына шулай, уҡыусылар, әле һеҙгә бары тик өс тарихты ғына һөйләнем. Ә бит уҙған һанда яҙған Рәсәй Геройы М. Шайморатов исемендәге Петровское ҡалаһының 22-се мәктәбе музейында “Донбассты яҡлаусылар” тигән тотош стенд тора. Унда ҡаланың ошо яуҙа һәләк булған 44 ир-егеттең исеме теркәлгән. Ошо тиклем аҫыл заттар ил өсөн башын һалған. Ата-бабаларыбыҙ ҡаны менән яуланған илде яңынан һаҡлап алып ҡалыу хаҡы бик ҙур – тотош бер нисә быуындың ғүмере. Һуғыш тураһында кинонан ҡарау, китаптан уҡыу күпкә анһат шул, һуғыш ул романтик уйын урыны түгел. Ул – ҡара һөрөм, ҡанлы тупраҡ, ҡыйралған кеше яҙмыштары. Тыуған илле булыу – бик ләззәтле һәм яуаплы тойғо. Бары тик Еңеү өсөн алға! Сафа Хәсәнов, Дмитрий Поляков, Артем Бакин, Андрей Процив һаҡлаған, яҡлаған ил өсөн!
Лариса АБДУЛЛИНА.
Красный Луч ҡалаһы.