Үҫеш моделе йылдан-йыл камиллаша бара. Өс йыл эсендә республикала 4 полилингваль күп профилле мәктәп асылған. Был хаҡта БР Хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә БР мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Быйыл Хәйбулла һәм Учалы райондарында полилингваль күп профилле мәктәптәр асыу һәм Мишкә районында, Сибай ҡалаһындағы уҡыу йорттарын полилингваль мәктәпкә үҙгәртеп ҡороу күҙаллана. Айбулат Хажин, республикала полилингваль белем биреү башҡа субъекттарҙан айырылып тора, сөнки рус һәм туған башҡорт теле менән бер рәттән уҡытыуҙы индереү менән тормошҡа ашырыла, тип билдәләне.
«Нефтекамала татар телендә уҡытыу алып барылған мәктәп-интернат уңышлы эшләй. 1 сентябрҙән Мишкә районында мари телендә уҡытыу алып барылған мәктәп асыласаҡ. Бишбүләк районында - сыуаш, Тәтешле районында удмурт телендә уҡытылған мәктәптәр асырға уйлайбыҙ», - тип һөйләне министр. Полилингваль мәктәптәр республиканың иң яҡшы белем биреү учреждениеларының береһе статусына эйә булған. Был мәктәптәрҙә 5489 кеше уҡый. Яңы белем усағында уҡырға теләүселәр һаны йыл һайын арта, быға белем биреү процесының сифаты булышлыҡ итә. Быйыл беренсе класҡа 1091 бала уҡырға киләсәк.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың билдәләүенсә, мәктәптәрҙе полилингваль йүнәлешкә үҙгәртеү үҙен аҡлай. «Беҙ был проектты дауам итеп, уны тағы ла камиллаштырасаҡбыҙ», –тине республика Башлығы.