Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2023, 00:20

“Урал Батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙе Бөрйән ере ҡаршы алды

"Урал батыр" ҡобайырын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы 16-18 августа Бөрйән районында үтә.

“Урал Батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙе Бөрйән ере ҡаршы алды
“Урал Батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙе Бөрйән ере ҡаршы алды

Кисә Бөрйән районының мәҙәниәт һарайында тантаналы рәүештә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең конкурсы башланды. Әйтергә кәрәк, «Урал батыр» эпосы – иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, əҙəби мираҫы. Уның йөкмəткеһе башҡорт халҡының бала тəрбиəлəүҙəге төп принциптарын сағылдыра.

Сара 18 августа «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексында еңеүселәрҙе билдәләү менән тамамланасаҡ. Әйткәндәй төбәк-ара конкурс быйыл 25-се тапҡыр үткәрелә. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: