Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2023, 12:52

Президент ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшләй башланы

Донбастағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы хәрби ветерандар, шулай уҡ уларҙың ғаиләләре тейешле ярҙам ала аласаҡ.

Президент ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшләй башланы
Президент ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшләй башланы

Башҡортостан халҡы Өфөлә урынлашҡан фонд филиалына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. «Дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһы ла хәстәрлек менән солғанһын өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Батырҙарыбыҙ һәм уларҙың яҡындары мөмкин тиклем күберәк ил һәм республика ярҙамын тойһон» - тип яҙа Башҡортостан Башлығы [https://vk.com/wall413272232_1034664|үҙ сәхифәһендә]. Социаль координаторҙар республиканың һәр ҡалаһында һәм районында эшләйәсәк, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән махсус операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итәсәк. Фонд координаторҙары составында хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре, социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр бар. Улар мөрәжәғәт итеүселәр менән профилле ведомстволар, шулай уҡ власть органдары араһында бәйләнеш булдырасаҡ. Фонд ветерандарға тейешле ярҙам, шул иҫәптән медицина һәм социаль реабилитация, дарыуҙар менән тәьмин итеү, психологик ярҙам, техник реабилитация саралары һәм шифахана-курорт дауалауы, ҡайтанан уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу буйынса ярҙам күрһәтәсәк. Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары чат-ботта йыйылған: https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00-18.00 сәғәттәрҙә. Рәсәй Президентының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» фонды булдырыу тураһындағы указы: https://vk.cc/cmPpsl

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: