Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2023, 18:05

"Ялҡау" голубцы

Кискелеккә нимә бешерергә?

"Ялҡау" голубцы
"Ялҡау" голубцы

 

Бүрттерелгән йәки яртылаш бешерелгән  дөгө ярмаһын, фаршты, туралған кәбеҫтәне, һуған, һарымһаҡ, тоҙ, борос, тәмләткестәрҙе, бер йомортҡаны бергә ҡушып, бутарға, кәтлиттәр эшләргә. Табаға көнбағыш майы һалып, «ялҡау» голубцыларҙы ике яҡлап ҡыҙҙырып алырға.

Кәтлиттәрҙең өҫтөнә туралған бер помидор йәки ҡырғыс аша үткәрелгән кишер һалырға, томат пастаһы, бер стакан ҡайнаған һыу өҫтәргә. Лавр япрағы, тәмләткестәр ҡушырға. Өҫтөн ҡаплап, талғын ғына утта 30 минут бешерергә.

 

Фото: malinika.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: