Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2023, 19:15

Был яҙыуҙар нимә аңлата?

Орлоҡ ҡабындағы яҙыуҙарҙы аңлайһығыҙмы?

Был яҙыуҙар нимә аңлата?
Был яҙыуҙар нимә аңлата?

Орлоҡ ҡабындағы F1 тамғаһы үҫентенең гибрид сорты икәнлеген аңлата. Унан уңыш алғас, орлоғо бер нәмәгә лә эшкинмәй. Әммә йәшелсә эре  булып үҫә, һыуыҡҡа сыҙам була, төрлө сирҙәргә бирешмәй.

 S – элиталы сорт тигән һүҙ.

S1 беренсе тоҡомдан алған алған орлоҡ.

  Орлоҡ ҡабының  тышында продукцияның нисәнсе партия булыуы һәм орлоҡто ҡулланыу ваҡыты типография ысулы менән яҙылған икән, уны алып тормаһағыҙ ҙа була. Был яҙыу мисәт менән яҙылырға тейеш.

Акция буйынса һатылған орлоҡто һатып алырға ҡыҙыҡмағыҙ. Тимәк , һатыусылар оҙаҡ ятып, һаҡлау ваҡыты үтеп барған тауарҙан ҡотолорға теләй.

 Тәжрибәле баҡсасылар «Аэлита», «Русский огород», «Гавриш», «СеДек», «Сортсемовощ» компаниялары орлоҡтарына өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: