Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте 14 февралдә билдәләнәсәк Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнөнә ҡарата уҙғарылған "Һөйөү менән китап бүләк итегеҙ" акцияһына ҡушылды.
14 февралгә тиклем «Китап» нәшриәте кибеттәрендә китаптарҙы 15 процент ташлама менән һатып алырға мөмкин. Ошонда уҡ уларҙы Учалы, Күмертау ҡалаһы, Күгәрсен райондарындағы балалар йорттарында йәшәгән, Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан килгән балаларға бүләк итеп ҡалдыра алаһығыҙ.
Ошо маҡсатта ойошманың директор вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова, урынбаҫары Азамат Ҡоҙаҡаев Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт балалар йорто китапханаһына стеллаждар һәм китаптар тапшырҙы.