

Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған кәңәшмәлә төбәктең төҙөлөш комплексының 2022 йылғы эшенә йомғаҡ яһалды. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин төҙөлөш тармағы 2020 йылдан тотороҡло үҫеш күрһәтеүен билдәләне. Ә торлаҡ төҙөү темптары буйынса 2022 йыл Башҡортостан тарихында 3 миллион квадрат метрлыҡ күрһәткес менән иң яҡшыһы булды.
– Төбәктә 40 меңгә яҡын фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был 110 меңдән ашыу ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе, – тине Егор Родин. Төҙөлөш темптары буйынса алдынғылар иҫәбендә - Бөрө (2021 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк), Туймазы (2,1 тапҡырға), Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Әбйәлил районы (1,7 тапҡырға). Республиканың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, 2022 йылда мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн 3,2 миллиард һум йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә 8,8 мең кеше торлаҡ шарттарын яҡшырта алған.
Башҡортостан шулай уҡ 2019-2022 йылдарҙа иң күп өлөшсөләр хоҡуғын тергеҙгән Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инде.
– 2022 йылда ғына төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан 2,6 мең кеше үҙ проблемаһын хәл итте. 70 объект проблемалы объекттар реестрынан төшөрөлгән, – тип билдәләне Егор Родин. – 2023 йылдың башына «оҙаҡ төҙөлгәндәр» реестрында 39 йорт ҡала. 2023 йылдың аҙағына тиклем төбәктә алданған өлөшсөләр проблемаһын тулыһынса хәл итеү күҙаллана. Бынан тыш, 2019 йылдан федераль һәм республика программалары сиктәрендә Башҡортостанда, план күрһәткесен 1,5 тапҡырға арттырып үтәп, авария хәлендәге йорттарҙан 6,8 мең кеше яңы торлаҡҡа күсерелгән.
Башҡортостан Башлығы республиканың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына, төбәктең тармаҡ предприятиеларына һәм ойошмаларына һәйбәт эш темптары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөүе – бик лайыҡлы күрһәткес. Бының менән генә туҡталып ҡалмайынса, ҙур ҡалаларҙа торлаҡ төҙөлөшөн үҫтерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.