Видеоконференция режимында уны РФ Хөкүмәтенең вице-премьеры Татьяна Голикова үткәрҙе. Ул тармаҡтың эшенең өҫтөнлөктәрен һәм киләһе йылға бурыстарҙы билдәләне.
Татьяна Голикова белдереүенсә , илдә «Мәҙәниәт» милли проекты проекты күрһәткестәре тулыһынса үтәләгән. Айырым алғанда, беҙҙең төбәктә 27 мәҙәниәт объекты төҙөкләндерелгән . Әлеге маҡсатта республика бюджетынан 1 миллиард һумдан артыҡ аҡса йүнәлтелгән.
Бынан тыш, тармаҡҡа аҡсаларҙың иң күп күләме федераль ҡаҙнанан йәлеп ителгән. Ул 750 миллион һумға яҡын тәшкил итә. Уҙған йылда бер музейға һәм дүрт сәнғәт мәктәбенә капиталь ремонт яһалған. 17 балалар сәнғәт мәктәбе 330 уйын ҡоралы һәм 1,5 мең уҡыу йыһазы менән тулыланған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәлә Өфө дәүләт циркын тиҙерәк реконструкциялау кәрәклеген дә билдәләп үтте.