Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2023, 15:45

Альтернатив хеҙмәттә тегенсе булып

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы 2023 йылға альтернатив хеҙмәт өсөн һөнәрҙәр исемлеге проектын тәҡдим итте.

Альтернатив хеҙмәттә тегенсе булып
Альтернатив хеҙмәттә тегенсе булып

 Быйыл исемлекте 25 яңы эшсе һөнәре тулыландырған. Альтернатив хеҙмәтте хәҙер тегенсе сифатында ла үтергә мөмкин. Яңы вазифалар исемлеген тулыландырыусылар араһында шулай уҡ социаль хеҙмәткәр, инвалидтарҙы реабилитациялау, социаль эш буйынса белгес бар.

  Яңыртылған исемлектә бөтәһе 150 һөнәр һәм 785 предприятие бар. Альтернатив хеҙмәт өсөн һөнәрҙәр исемлеген йыл һайын яңырталар.

     Хәрби хеҙмәте альтернатив граждан хеҙмәте менән алмаштырылған рәсәйҙәрҙең һаны тураһында мәғлүмәтте РФ Оборона министрлығы бирә. Ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә граждандар альтернатив хеҙмәт үтергә ебәрелә һәм эш урындары һайлана.

 

Фото: komitetsp.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: