Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2023, 16:55

Торлаҡ төҙөлөшө йылдам үҫешә

2020 йылдан башлап республиканың төҙөлөш тармағы тотороҡло үҫеш күрһәтә. Торлаҡ төҙөлөшө темптары буйынса 2022 йыл республика тарихында иң яҡшыһы булған. 3 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. 110 меңдән ашыу ғаилә өй туйлаған.   Бөгөн БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә БР торлаҡ төҙөлөшө  һәм архитектура министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Егор Родин республикала торлаҡ төҙөлөшө комплексы эше тураһында һөйләне.  

Торлаҡ төҙөлөшө йылдам үҫешә
Торлаҡ төҙөлөшө йылдам үҫешә

2020 йылдан башлап республиканың төҙөлөш тармағы тотороҡло үҫеш күрһәтә. Торлаҡ төҙөлөшө темптары буйынса 2022 йыл республика тарихында иң яҡшыһы булған. 3 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. 110 меңдән ашыу ғаилә өй туйлаған.

  Бөгөн БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә БР торлаҡ төҙөлөшө  һәм архитектура министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Егор Родин республикала торлаҡ төҙөлөшө комплексы эше тураһында һөйләне.

Башҡортостанда былтыр 40 меңгә яҡын фатир һәм дөйөм майҙаны 3,063 миллион квадрат метрлыҡ 16 меңгә яҡын йорт төҙөлгән – 2021 йылға ҡарағанда 5,4 процентҡа күберәк. Муниципалитеттар араһында иң күп торлаҡ Туймазыла (2021 йылға ҡарағанда 2,1 тапҡырға күберәк), Бөрөлә (ике тапҡырға), Стәрлетамаҡта һәм Салауатта (1,7 тапҡырға), Әбйәлил районында (1,7 тапҡырға) төҙөлгән. Әбйәлил районында 1000 кешегә иҫәптә - 2 084 квадрат метр, Иглинда - 2 035 квадрат метр, Өфө районында 3 067 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж 9 мең граждан  фатир алыу өсөн дәүләттән ярҙам алған. Был маҡсатта 3 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.

Алданған өлөшсөләрҙең проблемалары ла хәл ителә. Былтыр 70 объект сафҡа индерелеп,  2,6 мең граждан фатир асҡысы алған.

 

 

Фото: prufy.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: