70 йәштән өлкәндәр капиталь ремонт өсөн түләүҙә компенсацияға хоҡуҡлы. Уның күләме кешенең йәшенә бәйле. Сығымдар 50 проценттан башлап тулыһынса ҡапланыуы мөмкин.
Шулай уҡ льготаға яңғыҙ йәшәгән, эшләмәгән милекселәр йәки бергә йәшәгән эшләмәгән граждандарҙан торған ғаилә составында йәшәгәндәр, эшләмәгән I һәм II төркөм инвалидтары хоҡуҡлы. 80 йәшкә еткәндәргә 100 процент күләмендә бирелә.
«Республика биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороу тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында» законды бойомға ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 2023 йылда — 40,3 миллион, 2024 йылда 44,9 миллион һум бүлеү планлаштырыла.
Фото: