Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе.
«Өфөлә Ҡышҡы спорт төрҙәре көнөн һәм биатлон буйынса Рәсәй беренселеген уңышлы үткәреү Башҡортостанға 2023 йылдың декабрендә Рәсәй һәм Беларусь биатлонсылары араһында биатлон буйынса Берҙәмлек кубогын уҙғарыуға дәғүә итергә мөмкинлек бирә. Бөгөн Рәсәйҙә ошондай ярыштар Европа кимәленә тиңләштерелә», – тип мөрәжәғәт итте Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа.
«Үткәрегеҙ. Ярыштар ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ», – тине Радий Хәбиров.
Ҙур спорт сараларын үткәреү өсөн Өфөлә барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған , Биатлон үҙәге бар. Бындай саралар баш ҡалала тәүге тапҡыр ҡына үтмәй, беҙҙең тәжрибә бар.