Уның белдереүенсә, республикала 2 081 фельдшер-акушерлыҡ пункты тәүге медик-санитар ярҙамын алыу мөмкинлеген бирә. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы авария хәлендәге биналарҙы алмаштырыу, шулай уҡ халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырыу маҡсатында 100-ҙән алып 2000-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттар өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункттарының тиҙ күтәрелеүсе модулле конструкцияларын һәм табип амбулаторияларын төҙөү һәм ҡуйыу буйынса планлы рәүештә эш алып бара. 2019 – 2022 йылдарҙа республикала 285 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. 2023-2025 йылдарҙа тағы ла 286 фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңыртыу күҙаллана. Быйыл 75 яңы медицина пункты сафҡа инәсәк.
Медицина учреждениеларының барыһы ла медицина белгестәре менән тәьмин ителмәгән. Ауылдарҙағы 30 ФАП-та эшләргә кеше юҡ. Унда йәшәүселәрҙе күрше ауылдарҙағы йәки мобиль ФАП-та эшләүсе медиктар хеҙмәтләндерергә мәжбүр.
Федераль проект сиктәрендә беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу фельдшер-акушерлыҡ пункттары медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Һуңғы ике йылда 5 593 берәмек медицина ҡорамалы ҡуйылған. 2023 йылға 4 233 берәмек һатып алыу күҙаллана.
755 фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын тултырыу һәм дарыуҙар тәғәйенләү, телемедицина консультациялары үткәреү мөмкинлеге бар.