Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2023, 11:10

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

«Республика Башкортостан» нәшриәт йорто үткәргән "Яҙыл да, бүләк от!" уйынында йылытҡыс отҡан Нәфисә апайға бүләге тапшырылды!

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

«Республика Башкортостан» нәшриәт йорто үткәргән «Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!» уйынына йомғаҡ яһалды. Уның шарттары буйынса ҡатнашыусыларға республика һәм район баҫмаһына яҙылыу шарт ине.

Лото уйыны Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуында тура эфирҙа уйнатылды.

  Бүләктәрҙе «Йәшлек»кә һәм район гәзитенә яҙылған түбәндәге гәзит уҡыусыбыҙ отто.

Нуриман районының Иҫке Исай ауылынан Нәфисә Бәҙретдинова – йылытҡыс,

 Өфө районының Николаевка ауылының «Йәйғор»  балалар баҡсаһы  – туңдырғыс лар,

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылынан Гөлшат Шәнгәрәева  ҡар таҙартҡыс машина эйәһе булды.

   Ошо көндәрҙә «Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң генерль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев менән Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков Нуриманда йәшәүсе еңеүсегә бүләген тапшырҙы.

    Иҫке Исай ауылында ғүмер иткән  Нәфисә Бәҙретдинова «Йәшлек», «Красный ключ.НурИман» гәзитенә яҙылып, «Яҙыл да, бүләк от!» конкурсында ҡатнашырға квитанцияларын ебәргән булған.

 Башҡортостан юлдаш телевидеһының «Сәләм» тапшырыуында бүләктәр уйнатыуҙы тура эфирҙа  ҡараған  Ҡаҙағстанда йәшәүсе туғандары ҡатынға бүләк отоуын әйтеп һөйөнсөләгән.

- Үҙем иртән тапшырыуҙы ҡарарға онотҡанмын. Кейәүем йылытҡыс отоуымды шылтыратып хәбәр иткәс, ҡыуанып киттем, – ти Нәфисә апай. – Йылытҡыс беҙгә бик кәрәк ине. Күптән түгел йортҡа «зәңгәр яғыулыҡ» үткәрҙек. Әммә газ ҡаҙанлығы торған урын тиҙ йылынмай. Шуға сатлама һыуыҡтарҙа йылытҡыс ҡулланырға тура килә. Ошоға тиклем уны балаларҙан алып торғайным. Хәҙер бына  үҙемдеке лә булды.

  Рәсүл Рәүеф улы менән Айнур Хәсән улы  бәхетле бүләк эйәһенә уйында ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт әйтте һәм бүләгенең мәнфәғәтен күреүен , һаулыҡ теләне.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: