Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2023, 12:45

Юрист кәңәше кәрәкһә...

  Юрист кәңәшенә мохтаж булһағыҙ, мөрәжәғәт итегеҙ!

Юрист кәңәше кәрәкһә...
Юрист кәңәше кәрәкһә...

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Күп функциялы үҙәк офистарында даими рәүештә бушлай күсмә консультациялар үткәрә башланы.

Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова хәбәр итеүенсә, Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе эксперттары йыл аҙағына тиклем Өфө, Туймазы, Күмертау, Стәрлетамаҡ һәм Учалы ҡалаларының күп функциялы үҙәктәрендә билдәләнгән график буйынса бушлай юридик консультациялар уҙғарасаҡ.

Консультация алыу өсөн алдан яҙылмайынса ла һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Киләһе сара 8 февралдә Өфө ҡалаһының Яңы Күпер урамы, 8-се йортта урынлашҡан Күп функциялы үҙәктә 13.00-15.00 сәғәттә үтә. Консультациялар графигы: Өфө ҡалаһы, Яңы күпер урамы, 8  (шаршамбы һайын 13:00-15:00 сәғәттә), Күмертау ҡалаһының Күп функциялы үҙәге Ғафури урамы, 35 (айҙың һәр икенсе шишәмбеһе һәм һуңғы кесаҙнаһы 13:00-дән 15:00-гә тиклем), Стәрлетамаҡ ҡалаһының Күп функциялы үҙәге, Хоҙайбирҙин урамы, 83 (айҙың һәр өсөнсө шишәмбеһе 13:00-дән 15:00-гә тиклем), Учалы ҡалаһы, К.Маркс урамы, 1 һәм Туймазы ҡалаһының Күп функциялы үҙәктәрендә (айҙың һәр өсөнсө шаршамбыһы иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем) һәм Туймазы ҡалаһында (айҙың һәр беренсе һәм өсөнсө шаршамбыһы иртәнге 10.00-12.00 сәғәттә).

Юрист кәңәшенә мохтаж булһағыҙ, мөрәжәғәт итегеҙ!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: