Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2023, 16:05

Энергетик эсеп саҡ үлмәгән

Үҫмерҙәр энергетик эсмәһен!  

Энергетик эсеп саҡ үлмәгән
Энергетик эсеп саҡ үлмәгән

 

 Балалар һәм үҫмерҙәр энергетик эсергә ярамағанлығын  белһә лә, уның йәш организм өсөн зыянлы булыуын аңларға ла теләмәй.

   Ата-әсәһе  Төркиәгә киткәс, сноуборд буйынса күнекмәләргә барырға йыйынған 15 йәшлек үҫмер , көсө булһын өсөн, бер нисә банка энергетик эсә. Туғандары кис уның хәлен белергә килгәс, егеттең ауыр хәлдә булыуын күрә һәм «Тиҙ ярҙам» саҡырта. Дауаханала асыҡлауҙарынса, А.-ның организмындағы шәкәр күләме норманан ике тапҡырға юғары күтәрелгән булып сыға. Уны реанимацияға һалалар.

   Эх, эскә шыйыҡлыҡ тултырып ҡына ҡеүәтләнеп булһа икән…

 

 

Фото: podacha-blud.com

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: