Өфөнөң Октябрь районы прокуратураһы Өфө районының Нуғай ауылындағы йорттарҙа электр энергияһының йыш һүнеүе электр линияларының көсөргәнештә эшләүенә сәбәпсе булыуын асыҡланы.
Әйтәйек, былтыр 3 декабрҙән 4 декабргә тиклем был ҡасабалағы «Имәндәр», «Пионер», «Талисаман» биҫтәләрендә авариялар йыш теркәлгән. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа халыҡ унар сәғәт утһыҙ ултырған.
Был факттар бер тапҡыр ғына теркәлмәгән. Декабрҙәге кеүек быйыл ғинуарҙа ла Нуғайҙа электр энергияһын өҙөү теркәлгән.
Шулай уҡ 26 кварталда электр уты менән өҙөклөк теркәлгән, ТП-9081, ТП-9559, ТП-9999 электр энергияһы һүндерелгән. Билдәләнгән линияларҙы «БР төбәк электр селтәрҙәре» дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәтләндерә.
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» Федераль закондың 16-сы статьяһын боҙоп, электр энергияһын өҙлөкһөҙ (шул иҫәптән ҡышҡы осорҙа) биреүҙә саралар күрмәгән. Асыҡланған етешһеҙлектәр һөҙөмтәһендә Октябрь районы прокуратураһы «Электр селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «БР Төбәк электр селтәрҙәре» дәүләт унитар предприятиеһы етәкселәренә, шулай уҡ Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы исеменә күрһәтмә ебәрҙе. Бынан тыш, тикшереү материалдары ғәйеплеләрҙе енәйәт эше буйынса тикшереү мәсьәләһен хәл итеү өсөн РФ Тикшереү комитетының Өфө ҡалаһы Октябрь районы буйынса тикшереү бүлегенә тапшырҙы.
РФ Тикшереү комитетының Өфө ҡалаһы Октябрь районы буйынса Тикшереү комитеты Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 293-сө статьяһы (иғтибарһыҙлыҡ) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
Бынан тыш, район прокуратураһының «Электр селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «БР төбәк электр селтәрҙәре» дәүләт унитар предприятиеһы күрһәтмәһен ҡарау һөҙөмтәләре буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округының Нуғай ауылында йәшәүселәрҙең электр энергияһына ихтыяжын тәьмин итеү маҡсатында яңы электр селтәре булдырыу һәм башҡа коммуналь ҡоролмалар төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Наилә Шәмиғолова, Өфө ҡалаһының Октябрь районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы.