Өфө ҡалаһының Октябрь районы прокуратураһы Урман техникумы урамындағы 14-се йортта йәшәүселәрҙең газ менән ҡулланыуҙы туҡтатыуҙары тураһындағы хатын тикшерҙе.
1958 йылда сафҡа индерелгән өс ҡатлы йортҡа 1958 йылда «зәңгәр яғыулыҡ» үткәрелгән. Уларҙы Октябрь районы торлаҡ хужалығы хеҙмәтләндерә.
Былтыр 17 ноябрҙә контроль тикшереүҙәр барышында газ юлдары һәм вентиляция каналдары ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә булмауы арҡаһында йортта газ һүндерелгән. Махсус ойошма сығарған ҡарарҙа вентиляция каналдары емерек хәлдә һәм уны ҡулланыу тыйыла.
Сөнки идарасы ойошма Өфө ҡалаһының Урман техникумы урамындағы 14-се йортта төтөн юлының каналдарын ваҡытында ремонтламаған һәм тикшермәгән, һөҙөмтәлә, вентиляция каналдары теҙмәһе емерелгән. Шулай күп фатирлы торлаҡ йорттар менән идара итеү буйынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең лицензия талаптарын боҙоуға юл ҡуйылған. Бындай хәл Октябрь проспектындағы 142/1, 144/2, 126/4 йорттарҙа ла теркәлгән. Улар ҙа «зәңгәр яғыулыҡ» менән хәҙер ҡуллана алмай, фатирҙарындағы һыу йылытҡыстары эшләмәйәсәк.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса Октябрь районы торлаҡ хужалығы идаралығы РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 2-се бүлеге 14.1.3 статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, уларға 25 меңлек штраф һалынды.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса был йортта ремонт эштәре планлаштырылған.
Наиля ШӘМИҒОЛОВА, Өфө ҡалаһы Октябрь районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы.