Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2023, 21:30

Сатлама һыуыҡтар зыян килтермәһен

  Ҡыш еләк- емеште ҡаты һалҡындарҙан һаҡлауҙа ҡалын ҡар ҡатламы ифрат ҙур роль уйнай. 

Сатлама һыуыҡтар зыян килтермәһен
Сатлама һыуыҡтар зыян килтермәһен

Күп йыллыҡ тәжрибәләр шуны күрһәтә: өҫтөндә 50-70 см ҡалынлығындағы ҡар ятҡан ерҙә температура, ғәҙәттә, ҡар өҫтөндәге һауа температураһы менән сағыштырғанда, 5-6 тапҡырға йылыраҡ була. Ҡарһыҙ ерҙә ҡышҡы һыуыҡтарҙа емеш- еләк баҡсаһы ныҡ зыян күрә. Шуға күрә был урындарға ҡар өйөү йәки  йәш ағастарҙы йылы япма менән төрөп ҡуйыу шарт. Ҡалын ҡар ҡатламы, беренсенән, еләктәрҙе ҡышҡы һалҡындарҙан һаҡлаһа, икенсенән, ул ерҙә дым запасын арттыра. Ғалимдар шуны раҫлай: әгәр ер өҫтөндә уртаса 10 см ҡалынлыҡта ҡар ятһа, һәр гектарҙа 3000 тоннаға тиклем дым туплана. Беҙҙең климат шарттарында, үҫентеләрҙе дым режимы менән тәьмин итеү өсөн ер өҫтөндә 45 - 50 см ҡар булыуы мотлаҡ. Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар йыш күренеш. Дым запасы яҙ ҡоро килгән йылдарҙа еләк-  емештең уңышын да хәл итә. Ҡарҙы күп итеп туплау өсөн ел өргән яҡҡа арҡыры щиттар ҡуйыла, канауҙар ҡаҙыла, ҡар өйөмдәре яһала. Бындай эштәр бер нисә тапҡыр ҡабатлана.

Фото: 6sotok-dom.com

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: