Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2023, 09:55

Ҡотандар ҙа изге эшкә ҡушылған

Бөрйән районының Ҡотан ауылы халҡы ла махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам ойошторған. 

Ҡотандар ҙа изге эшкә ҡушылған
Ҡотандар ҙа изге эшкә ҡушылған

Ҡотан мәҙәниәт йорто етәксеһе Ольга Попова  башланғысы менән ҡатын - ҡыҙҙар ойошмаһы менән берлектә хәрби  госпиталдәге ир - егеттәр өсөн эс кейемдәре, түшәк кәрәк - яраҡтары тегеү буйынса эш башлап ебәргән.
 Ольга Леонид ҡыҙының улы  Данил Камил улы Алсынбаев әсәһенең изге ниәтен ҡеүәтләп, 400 метр туҡыма  һатып алып биргән.

Афарин, ҡотандар!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: