Эт тешләһә, яраға инфекция эләкмәһен өсөн йәрәхәттән ҡанды ағыҙып, кер һабыны эретмәһендә тотолған марля менән бәйләп ҡуялар.
Бәшмәк ауырыуына ҡаршы ла көрәшә. Бының өсөн зарарланған урындарҙы кер һабыны һалып күпертелгән щетка менән йыуырға ла, һуңынан тирене йод менән эшкәртергә кәрәк.
Тәнегеҙ еңелсә бешһә, ҡыҙарыуын бөтөрөү өсөн шул урынды кер һабыны менән менән ышҡып ҡуйырға була.
Депиляциянан һуң тән ҡыҙармаһын өсөн кер һабыны һөртәләр.
Яңы теш щеткаһына кистән кер һабыны һөртөп ҡалдырһағыҙ, иртәнгә ул дезинфекцияланған булыр.
Төкөлгән урынды кер һабыны менән ышҡыһағыҙ, тәнегеҙ күгәрмәҫ.
Сәсегеҙ ҡойолмаһын өсөн айына бер тапҡыр кер һабыны менән йыуығыҙ. Һуңынан һеркә йәки лимон һуты ҡушылған һыу менән сайҡатығыҙ.