Тәнде таҙартыу өсөн. Гүзәл заттың косметика магазиндарында матур - матур скрабтарға ҡыҙығып, хаҡына күҙ һалғас, уны алмай сығып китеү осраҡтары аҙ түгелдер. Ә бит уның урынына яп- ябай шәкәрҙе ҡулланырға була. Ул, үле күҙәнәктәрҙән таҙартып, тән тиреһен шымарта, хатта целюлитты ла кәметә. Шәкәр ҡомо менән таҙартҡандан һуң тән тиреһе крем, лосьондарҙы ла яҡшыраҡ һеңдерә.
Скраб яһауҙың бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ. 3 ҡалаҡ шәкәргә хуш еҫ өҫтәү өсөн бер семтем какао йәиһә төйөлгән кофе, 1-2 ҡалаҡ балалар кремы өҫтәргә. Яҡшылап болғатып, йыуыныр алдынан ошо ҡатнашманы тәнгә ышҡырға.
Ирен ярылғандан. Шәкәр ярҙамында ярылған иренде лә тиҙ генә дауалап була. 1 ҡалаҡ шәкәргә шул тиклем нисбәттә эремсек йәки ҡаймаҡ өҫтәгеҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы иренегеҙҙә 15 минут тотоғоҙ. Һөт аҡһымы һәм майы иренде туҡландыра, ә шәкәр был туҡлыҡлы матдәләрҙең эскә үтеп инеүе өсөн тире күҙәнәктәрен аса.
Терһәк йәки үксә ярылғандан. Бер телем лимон ҡырҡып алығыҙ ҙа, өҫтөнә шәкәр һибеп, үксәгеҙгә ун минутҡа ҡуйығыҙ. Шәкәр ҡомо үле күҙәнәктәрҙән арындырасаҡ. Ә лимон тиреләге ҡатланған ҡатламды йомшартасаҡ.
Шәкәрле һыу майлы ҡулды һәм һауыт- һабаны йыуыу өсөн дә бик ҡулай. Йыуғанда 1:1 нисбәтендә аш содаһы ҡушып ҡулланығыҙ.
Фото: 4tololo.ru