Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2023, 17:40

Балалар майҙансығы күптән кәрәк

Балтас районының Тоҙлуба (Тузлубино) ауылы халҡы "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында ҡатнашып, балалар майҙансығы булдырырға теләй.

Балалар майҙансығы күптән кәрәк
Балалар майҙансығы күптән кәрәк

Игорь Яниев, Балтас  районының Көнтүгеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:

– Көнтүгеш ауыл биләмәһе хакмитәендә  ППМИ - 2023 проекты Тоҙлуба (Тузлубино) ауылында тормошҡа ашырыласаҡ.

Был ауылда  халыҡ ҡатнашлығында «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе былтыр октябрь айында үткән йыйылышта ҡаралды. Ауылда ғүмер иткән оло быуын вәкилдәре зыярат биләмәһен төҙөкләндереү яҡлы булһа, йәш ғаиләләр балалар майҙансығы алып урынлаштырыу өсөн тауыш бирҙе.

76 йортта 240 кеше йәшәгән  Тоҙлубала 177 һайлаусы иҫәпләнә. Мәктәпкәсә йәштәге 10 бала, 33 мәктәп уҡыусыһы, 8 үҫмер төрлө колледжда белем ала. Ошоларҙы иҫәпкә  алғанда, балалар майҙансығы кәрәклеге күҙ алдына баҫа.

 Йомағаҡлау йыйылышында ауылда ғүмер кисергән күп балалы әсәләр Анфиса Имаева, Лидия Кәлимуллина һәм башҡалар балалар майҙансығы кәрәклегенә баҫым яһанылар. Уларҙың фекерен Зәкирйән Сәлимәнов һәм башҡалар ҙа хупланы. Йыйылышта проектты тормошҡа ашырыуҙа ауыл биләмәһе, халыҡтан йыйылырға тейешле һәм бағыусылар өлөшөн дә билдәләнеләр. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн  ауылда йәшәгән иң әүҙем кешеләрҙән инициатив төркөм дә һайланды. Улар был көндәрҙә алдағы айҙарҙа уҙасаҡ сараларҙы планлаштырыу эше менән мәшғүл.

Программаға ярашлы, балалар майҙансығы булдырылһа, сабыйҙар урамда, ауылда ситтә уйнап йөрөмәҫ, улар өсөн ата-әсәләрҙең дә күңеле тыныс булыр ине. Был мәсьәлә хәүефһеҙлек яғынан ҡарағанда ла үтә әһәмиәтле.

 Тоҙлуба ауылы халҡы программа шарттарын уңышлы үтәү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә, тигән уртаҡ маҡсат менән йәшәй.  

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: