Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2023, 10:10

Сатлама һыуыҡтар ужымға зыян килтергәнме?

Быйылғы ҡыш һыуыҡ килде. Ҡайһы бер райондарҙа - 46,-50 градусҡа тиклем һыуыҡтар текәлде. Ҡырыҫ һауа шарттары сәсеүлектәр өсөн ҡурҡыныс.  

Сатлама һыуыҡтар ужымға зыян килтергәнме?
Сатлама һыуыҡтар ужымға зыян килтергәнме?

Ғинуарҙағы һуңғы тикшереүҙәр буйынса, Башҡортостанда ужым культураларының 95 проценты ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, 5 проценты - насар хәлдә, тип белдергәндәр БР Ауыл хужалығы министрлығында.

 Сәсеүлектәрҙең һаҡланыуына, иң элек, ҡар ҡатламының ҡалын булыуы йоғонто яһай. Әгәр ул етерлек булһа - бер ниндәй һыуыҡтар ҙа сәсеү культураларына  ҡурҡыныс түгел. Мәҫәлән, Дәүләкән районында 18 мең гектар ужым сәселгән, сәсеүлектәрҙең 75 проценты - яҡшы, 20 проценты - ҡәнәғәтләнерлек, бишәүһе насар торошта. Борай районында ужым ашлыҡтарының 96 проценты яҡшы хәлдә, Бәләбәйҙең тикшерелгән хужалыҡтарында ошондай уҡ күренеш күҙәтелә.

2023 йылғы уңыш өсөн төбәктә 188,5 мең гектар ужым бойҙайы, 122,4 мең гектар ужым арышы, 8 мең гектар ужым тритикалеһы, 9 мең гектар ужым шипкәне сәселгән.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: