Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2023, 15:15

Парламент тәҡдимдәр көтә

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика халҡынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса һорауҙарҙы парламентҡа ебәреүҙәрен һораны.

Парламент тәҡдимдәр көтә
Парламент тәҡдимдәр көтә

 Уларҙың барыһы ла республика вице-премьеры — финанс министры исеменә йүнәлтелә.

Һорауҙарҙы [email protected] электрон почтаһына йәки 450008, Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 46 адресына ебәрергә мөмкин.

«Хөкүмәт сәғәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү темаһы тикшерелә. Механизм яйға һалынғанмы-юҡмы икәнен, ниндәй проблемалар булыуын һәм ярҙам яҡташтарыбыҙға барып етһен өсөн тағы нимә эшләргә кәрәклеген аңларға кәрәк», — тип билдәләне Башҡортостан парламенты спикеры.

Шулай уҡ хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам сараларын киңәйтеү буйынса тәҡдимдәрҙе тикшереү күҙаллана.

 – Башҡортостанда яугирҙәрҙең ғаиләләре транспорт һалымын түләүҙән азат ителгән, мохтаждарға бушлай социаль хеҙмәттәр күрһәтелә, баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бирелгән. Ә ауылда ер участкаһы булғандар тәү сиратта ағас алыу хоҡуғына эйә, –  тине Константин Толкачев. –  Эш дауам итә. Беҙ башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнәбеҙ, граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарайбыҙ. Республика Хөкүмәте менән берлектә өҫтәмә ярҙам саралары буйынса тәҡдимдәр әҙерләйбеҙ. Көсөргәнешле бюджет һәм юғары билдәһеҙлек шарттарында һәр һум иҫәптә. Шуға күрә һәр ҡарарыбыҙ аталары, ирҙәре, улдары махсус хәрби операция зонаһында илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған ғаиләләрҙең тормошон күпкә еңеләйтергә тейеш.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: