Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2023, 15:40

Халыҡ яҙыусыһы хөрмәтенә

Нижневартовск ҡалаһындағы яңы урамдарҙың береһенә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исеме бирелде. 

Халыҡ яҙыусыһы хөрмәтенә
Халыҡ яҙыусыһы хөрмәтенә

 Ханты-Манси автономиялы округының «Югра башҡорттары» төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы шундай башланғыс менән сыҡты. «Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов Нижневартовскиға сәфәре барышында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең иҫтәлеген мәңгеләштереү башланғысы менән күп тапҡыр сығыш яһаған.

«Нижневартовскиҙы Мостай Кәрим һәм Башҡортостан менән күп нәмә бәйләй. Сөнки ул- теүәл 50 йыл буйына Самотлор ятҡылығынан алыҫ түгел ил картаһында барлыҡҡа килгән ҡала. Ә теүәл 90 йыл элек Башҡортостанда тәүге нефть сығарылған. Мостай Кәрим үҙенең байтаҡ ижади әҫәрҙәрен Башҡортостан нефтселәренең хеҙмәт ҡаһарманлығына арнаған. Себерҙәге нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙә беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа күпләп ҡатнашҡан», - тигән ул.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: