Ул Белоретта сығарыла башлай.
«Идеяны тормошҡа ашырыуға тиклем бер йылға яҡын ваҡыт үтте. Ихтыяжды анализлағандар, яңы ҡорамалдар һатып алғандар, әҙер печенье тәмле , иң мөһиме - файҙалы булһын өсөн рецептураны ентекләп һайлағандар. Һуңынан уның составын Роспотребнадзор белгестәре тикшерҙе. Дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ продуктты кесе йәштәге балаларға - 6 айҙан башлап бирергә мөмкин икәнлеген раҫлай. Сабыйҙар өсөн был ризыҡ кальций, тимер менән менән байытылған итеп бешерелә», - тип хәбәр иткәндәр Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һөт кухняларын тергеҙеү тураһында ҡарарҙы дүрт йыл самаһы элек Радий Хәбиров ҡабул иткәйне. Республикала «Һөт кухняһы» продукцияһын ете завод етештерә. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса улар 3,6 мең тонна һөт эшкәрткән һәм 6,3 миллион порция һөт, 4,5 миллион порция етештергән.