Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2023, 13:20

Фэншуй буйынса...

Фәншуй буйынса өйҙә иҫке әйберҙәр, ватыҡ һауыт- һаба тоторға ярамай. Улар өйҙә насар энергия тартып ятасаҡ.

Фэншуй буйынса...
Фэншуй буйынса...

Беҙҙең өйҙә һәр төрлө әйберҙәр күп. Ҡайһылары файҙалы, ниндәйҙер маҡсатта хеҙмәт итә, бәғзеләре бары йортто биҙәр өсөн генә ҡулланыла. Әммә улар барыһы ла ыңғай энергетикаға эйә булмай, шуға ла ҡайһыларын бөтөнләй өйҙә тотмау хәйерле.

Өйҙә булырға тейешле нәмәләр:

Вазала торған киптерелгән сәскәләр бәрәкәтлек, муллыҡ, һаулыҡ килтереүгә һәләтле , тип иҫәпләнә. Улар бар насар нәмәне лә юҡҡа сығара икән. Өйҙөң энергетикаһын шулай уҡ айырым урындарға эленгән сәскә, үлән шәлкемдәре лә таҙарта.

Йәнлек-хайуан һындары йортто бәлә - ҡазанан һаҡлай, матди тотороҡлоҡ хәстәрләй.

Мендәрҙәр ир менән ҡатындың мөхәббәтен һаҡлай. Уларҙың тыштары сигелгән, сағыу биҙәктәрҙән торорға тейеш.

Байлыҡ килһен өсөн “аҡса ағасы” тотоу киң таралған. Фэн Шуй фәлсәфәһенә ярашлы, был үҫемлек эшҡыуарлыҡты, ғаилә бюджетын кәүҙәләндерә.

Өйҙә иҫкереп бөткән аяҡ кейемдәре, кейем- һалым тотмағыҙ. Сөнки улар насар энергияны тарта.

Иҫке, теткеләнгән түшәк-кәрәк-яраҡтары ғаилә тормошона кире йоғонто яһай.

Сите кителгән һауыт- һаба, сынаяҡтар аш- һыуҙың бәрәкәтен кәметә.

 

 

Фото:sunhome.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: