Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2023, 13:35

Хужабикәләргә кәңәш

Тоҙланған помидор, ҡыяр банкаһын асҡас, әле ашалып бөтмәгән йәшелсәләр бер аҙҙан бәҫләнеп , күгәрә башламаһын өсөн, тоҙланған һыуға бер аҙ гәрсис һалығыҙ. Уларҙың төҫө асылып китер һәм оҙаҡ боҙолмай һаҡланыр. Эсе ҡарайған алюмин һауытҡа һеркәле һыу һалып ҡайнатһағыҙ, ул тиҙ генә таҙарыр. Суйын табаның оҙаҡҡа етеүен теләһәгеҙ, һатып алғас та тоҙ һибеп утҡа ҡуйығыҙ. Шул тоҙ менән ышҡығыҙ, май һөртөгөҙ һәм яңынан утта ҡыҙҙырығыҙ. Әгәр гөл һауытындағы тупраҡ артыҡ кибеп, ярғыланып бөтһә, уға аҙ ғына бысҡы онтағы йә ҡом һалығыҙ.

Хужабикәләргә кәңәш
Хужабикәләргә кәңәш

Ә һеҙ көндәлек тормошта ҡулланырға ниндәй файҙалы кәңәштәр беләһегеҙ?

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: