Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2023, 22:25

Аяҡ кейемен нисек таҙартырға?

Таҙартылмаған аяҡ кейеме хужаһының үҙен бөхтә тотоуға иғтибар бирмәүе тураһында һөйләй.

Аяҡ кейемен нисек таҙартырға?
Аяҡ кейемен нисек таҙартырға?


Аяҡ кейемендәге насар еҫте мамыҡҡа водород периксы һөртөп , эсен шуның менән ышҡып таҙартырға була.
Дезинфекциялау өсөн формалин файҙаланыла. Туфли- итектәрҙең эсен формалинға мансылған сепрәк менән һөртөп, бер тәүлеккә полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып ҡуяһың. Һуңынан елләтәһең.
Замш аяҡ кейемен таҙартыу өсөн тәүҙә уны пар аҫтында тотоғоҙ ҙа, щетка менән ышҡығыҙ. Ныҡ бысраҡ булған хәлдә нашатыр спирты һалынған һабынлы һыу менән йыуалар.
Аяҡ кейеме ныҡ ҡыҫһа, уның эсенә спирт йәки аш һеркәһе һалһағыҙ, ул һуҙылыусан була. Туфлиҙәрегеҙ ныҡ тыҡылдаһа, табанына эҫе әлиф, йәки етен, кастор майы һөртөгөҙ.

Аяҡ кейеме һыуланмаһын өсөн балыҡ майы, балауыҙ, скипидар һалынып эшләгән эретмә менән табанын эшкәртегеҙ. Кипкән аяҡ кейеме кремын скипидар һалып, һуңынан уны йылыла тотоп яңыртырға була.
Щеткаларҙы нашатыр спирты һалынған һыуҙа йыуығыҙ.
Ҡаты күндән тегелгән туфли, ботинкаларҙы йомшартыу өсөн кастор майы һөртөгөҙ.

 

 

Фото: tverdotop-kotel.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: