Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2023, 15:50

"Һөт кухняһы" тағы кемдәргә тейеш?

«Һөт кухняһы» етештереү-сауҙа селтәре 2019 йылдан республиканың аҙ тәьмин ителгән ғаиләләренән ауырлы ҡатындарҙы, имеҙеүсе әсәләрҙе һәм өс йәшкәсә балаларҙы, шулай уҡ опекаға алынған балаларҙы махсус һөт ризыҡтары һәм ҡоро ҡатнашмалар менән бушлай тәьмин итә.

"Һөт кухняһы" тағы кемдәргә тейеш?
"Һөт кухняһы" тағы кемдәргә тейеш?

Бөгөн беҙҙә 7 һөт кухняһы производствоһы эшләй. 136 һөт аҙыҡтары һәм ҡоро ҡатнашмалар таратыу пункты эшләй.

Былтыр 34 222 кеше «Һөт кухняһы» ризыҡтарын алған. Республика бюджетынан был маҡсатҡа 595 млн һум аҡса йүнәлтелгән.

   Башҡортостанда махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары ла бушлай «Һөт кухняһы» продукцияһын ала башлаған. Былтыр 450 ғаилә һөт ризыҡтары менән тәьмин ителгән.

«Һөт кухняһы» дәүләт автономиялы учреждениеһы мобиль ҡушымта әҙерләп, уның ярҙамында етештерелгән продукция, таратыу һәм һатыу пункттары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Өҫтәмә шулай уҡ тейешле продукцияны онлайн түләп алырға, ә иң мөһиме - бушлай туҡланыу алыуға документтарҙы электрон төрҙә тапшырырға мөмкинлек бирә. 2021 йылдан бушлай туҡланыуға документтар «Минең документтарым» күп функциялы үҙәктәр аша ҡабул ителә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең ғаиләләренең документтары ун көн эсендә ҡаралырға тейеш.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: