Премьер-министр билдәләүенсә, әлеге сара үҙенең һөҙөмтәлелеген һәм көнүҙәклеген раҫланы.
– «Айыҡ Рәсәй» федераль проекты сиктәрендә былтыр үткәрелгән мониторинг йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы буйынса Рәсәй төбәктәренең айыҡлыҡ рейтингын етәкләй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров. – Федераль рейтингта беҙ 22-нән 16-сы баҫҡысҡа күтәрелдек. Бынан тыш, 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән конкурстың бүләк фонды 1,5 миллиондан 40 миллион һумға тиклем арттырылды.
БР Хөкүмәте ултырышында сығыш яһап, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова «Айыҡ ауыл» конкурсы – ауылдарҙа тормошто үҙгәртергә, сәләмәт йәшәү рәүешен һайларға, халыҡтың физик һәм рухи-әхлаҡи торошон яҡшыртырға, уларҙы дөйөм маҡсат өсөн берҙәм командаға берләштерергә ярҙам итеүсе үҙенсәлекле проект, тип билдәләне.
– Мәҙәни һәм спорт сараларынан тыш, наркологтар, психотерапевтар, мәғариф, опека бүлеге, «Ғаилә» үҙәктәре һәм халыҡ мәшғүллеге белгестәре ҡатнашлығындағы күсмә Ғаилә консультациялары көндәре, шулай уҡ Берҙәм юристар консультациялары көндәре ауыл халҡында ҙур һорау менән файҙалана, – тип дауам итте Ленара Иванова. – 2021 йылдан «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципаль этапта еңеүсе булған ауылдарға күсмә сәләмәтлек үҙәктәре юллана.
Министр шулай уҡ иҫерек килеш енәйәттәр кәмеүенең ыңғай тенденцияһын, шулай уҡ алкоголь продукцияһы менән ағыуланыусылар һанының кәмеүен билдәләгән һандарҙы атаны. Әйтәйек, 2021 йылда республикала иҫерек килеш енәйәт ҡылған кешеләр һаны 7,8% кәмегән, 2022 йылдың ғинуар-ноябрендә лә 12,4 процентҡа кәмеүе күҙәтелә. 2021 йылда хәмерҙән ағыуланып 57 кеше һәләк булған, был 2020 йыл менән сағыштырғанда 22 процентҡа һәм 2018 йыл менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға тиерлек аҙыраҡ. Былар барыһы ла Эске эштәр министрлығы, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы һәм битараф булмаған ауыл халҡының уртаҡ эше һөҙөмтәһе булып тора.
Хөкүмәт ултырышында «Айыҡ ауыл» дүртенсе республика конкурсын үткәреүҙең түбәндәге ваҡыты хупланды. 2022 йылдың 1 авгусынан 30 ноябренә тиклем - муниципаль этап, 2022 йылдың 1 декабренән 2023 йылдың 30 апреленә тиклем - республика этабы үтәсәк. Йомғаҡлау тантанаһы 25 апрелдә «Торатау» конгресс-холында уҙа.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығына конкурсты үткәргәндән һуң «Айыҡ ауыл» статусын һаҡлап ҡалған ауылдарҙы дәртләндереү сараларын уйларға ҡушты.