Башҡортостан тауар балын етештереү буйынса алдынғы төбәк булып тора.
«Башҡорт балы» бренды республикабыҙҙың күптән билдәле визит карточкаһына әүерелде. Беҙҙә 300 мең умарта иҫәпләнә. Уларҙың 4,4 меңе – ауыл хужалығы предприятиеларына , 28,6 меңе – крәҫтиән- фермер хужалыҡтарына , 267,4 меңе – шәхси секторға тура килә.
Иң күп бал ҡорттарын Ғафури һәм Иглин райондары хужалыҡтары аҫрай.
Республикала тауар балын етештереү күләмдәренең тотороҡло үҫеш тенденцияһы күҙәтелә. «Умартасылыҡты үҫтереү» программаһы тормошҡа ашырылған дүрт йылда тауар балының күләме 23 процентҡа артҡан.
Был хаҡта БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә БР ауыл хужалығы министры – БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Илшат Фазрахманов белдерҙе.
Экспортҡа алты илгә 44 тонна бал оҙатылған. Ҡортсолар үҙҙәренең тауарының 45 –50 процентын күмәртәләп һатып алыусыларға, тауар етештереүселәргә бирә, ҡалғанын йәрминкәләрҙә халыҡҡа һата.
Солоҡ балы етештерелгән балдың 0,1 процентын ғына тәшкил итә.
БР Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан солоҡсолоҡто яҡлау программаһы проекты әҙерләгән.
Уның маҡсаты - боронғо кәсеп булған солоҡсолоҡто тергеҙеү һәм туристик маршруттар булдырыу иҫәбенә башҡорт бал ҡорто популяцияһын арттырыу. Умартасыларыбыҙ был программаны көткәйне, уны тормошҡа ашырыуға 2023 йылда республика ҡаҙнаһынан 20 миллион һум бүленде. Улар башҡорт тоҡомло бал ҡорто күстәрен һәм инә ҡорттарҙы һатып алыуға, лаборатория тикшеренеүҙәре үткәреүгә йүнәлтеләсәк.