Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар , 14:30

Йәш архитекторҙар, конкурста ҡатнашығыҙ!

VI “Ҡалаларҙы үҙгәртеүсе идеялар”  Бөтә Рәсәй йәш архитекторҙар һәм урбанистар конкурсы башланды.

Йәш архитекторҙар, конкурста ҡатнашығыҙ!
Йәш архитекторҙар, конкурста ҡатнашығыҙ!

 Ҡала мөхитен төҙөкләндереү проекттарын төҙөүҙә һәм планлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәләтле йәштәрҙе асыҡлауға, үҫтереүгә һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән бәйге 2022 йылдың 15 декабренән 2023 йылдың 25 апреленә тиклем үтә.

– Һәр ижади әүҙем йәш граждандың уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙа ҡатнашыу, үҙе йәшәгән йәки Рәсәй Федерацияһының теләһә ҡайһы ҡалаһында архитектура һәм дизайнер проекттарын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар, - тип белдергән Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

25 номинация билдәләнгән конкурста 10-13 йәштәрҙәге, 14-17 йәштәрҙәге һәм 18-35 йәштәрҙәге йәш граждандар ҡатнаша ала.

Конкурсанттарға яңы йәмәғәт киңлектәрен, ауыл-ҡаланың архитектура йөҙөн үҫтереүгә, ҡала мөхитенең сифатын яҡшыртыуға һ.б. йүнәлтелгән проекттар әҙерләргә тәҡдим ителә.

Ижади бәйге ике этапта үткәрелә:

I этап – ситтән тороп, 2022 йылдың 15 декабренән 2023 йылдың 25 апреленә тиклем бара. Ҡатнашыуға заявка һәм конкурс материалдары сайтта тултырыла http://россия-территория-развития.рф.

II этап – 2023 йылдың 7 июненән 2023 йылдың 9 июненә тиклем АРХ-Мәскәү халыҡ-ара архитектура һәм дизайн күргәҙмәһе сиктәрендә үтә. Һәр номинация буйынса максималь балл йыйған проекттар авторҙары шәхси эштәрен яҡлап, конкурста туранан-тура ҡатнашасаҡ.

Еңеүселәрҙең проекттары урындағы үҙидара органдарына артабан уларҙы ҡала һәм биләмәләрендә тормошҡа ашырыуға тәҡдим ителәсәк.

14-17 йәш категорияһы конкурсында еңеүселәр “Ал елкәндәр” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә юлламалар менән бүләкләнә. Өлкән йәштәгеләр архитектура экспедицияларында (Архангельск өлкәһе, Үзбәкстан, Төньяҡ Кавказ) ҡатнашыуға тәҡдим ителәсәк һәм архитектура воркшоптарында ҡатнашасаҡ.

Конкурстың икенсе этабында еңеүселәргә юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар алыу мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ дәүләт корпорацияларында һәм архитектура бюроларында стажировка үтергә тәҡдим ителәсәк.

Конкурс тураһында положение, конкурс эштәренә шарттар һәм талаптар менән тулыраҡ рәсми сайтта танышырға мөмкин http://россия-территория-развития.рф.

 

 

Фото: Pinterest

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в