Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2023, 14:05

Әгәр пенсионер эштән китһә...

Эшләп йөрөгән пенсионер үҙ теләге менән эштән китергә хәл итһә, уға өҫтәмә рәүештә ике аҙна эшләргә кәрәкме-юҡмы икәнлеген Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлата

Әгәр пенсионер эштән китһә...
Әгәр пенсионер эштән китһә...



Эйе, ике аҙна эшләргә кәрәк, ләкин хеҙмәткәр һәм эш биреүсе араһында килешеү буйынса уның ваҡыты ҡыҫҡартылыуы ихтимал.

Әгәр хеҙмәткәр пенсияға сығыу сәбәпле эштән китһә, ул, икенсе урынға урынлашып, эшен дауам итергә хоҡуҡлы. Үҙ теләге менән эштән киткәндә уға өҫтәмә рәүештә 14 календарь көн эшләргә тура килә (эш биреүсе нисек хәл итеүенә ҡарап).

Әгәр хеҙмәт килешеүе яҡтарҙың һөйләшеп килешеүе буйынса өҙөлһә, өҫтәмә 14 көн эшләмәйенсә лә эштән китергә була. Был осраҡта хеҙмәткәр менән эш биреүсе уртаҡ ҡарарға килергә генә тейеш.

Ниндәй осраҡта пенсионер өҫтәмә көндәр эшләмәйенсә эштән китергә мөмкин?

Үҙенең эш урынында пенсия йәшенә еткән хеҙмәткәрҙең генә өҫтәмә көндәр эшләмәйенсә һәм етәксенең ризалығынан тыш эштән китеү хоҡуғы бар. Бындай хоҡуҡ менән бер тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Ошо нигеҙҙә эштән китеү хеҙмәткәрҙең пенсионер статусы өсөн түгел, ә пенсияға сыҡҡан өсөн генә бирелә.

 

 

Сығанаҡ: Аңлатабыҙ, Башҡортостан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: