Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2023, 14:15

Ҡуйыртылған һөт менән торт

Ял көндәрендә был тәмле тортты  бешереп, яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ әле, хужабикәләр!

Ҡуйыртылған һөт менән торт
Ҡуйыртылған һөт менән торт



1 банка (330 г) ҡуйыртылған һөт, 2 йомортҡа, 100 г аҡ май йәки маргарин, 200-220 г он,1 сәй ҡалағы сода (лимон һуты менән һүндерелгән) йәки ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) кәрәк.

Барыһын бергә миксер менән бутайбыҙ һәм аҙағында сода (разрыхлитель) өҫтәйбеҙ. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ һымаҡ булырға тейеш. Уны 4 – 6 өлөшкә бүлеп, 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә 5-10 минут бешереп алабыҙ һәм һыуытабыҙ. Унан инде корж араларына крем яғып, торт итеп теҙергә генә ҡала.

Кремды ҡуйыртылған һөт менән аҡ майҙы бутап эшләргә мөмкин.

 

 

Фото: letsgophotos.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: