Бөтә Рәсәй “Төнгө бүреләр" мотойәмәғәтенең байк-үҙәгенә яңы йыл тамашаһына балалар Бөтә Рәсәй мотоклубы президенты Александр Залдастанов - Хирург саҡырыуы буйынса барҙы. Балаларҙы Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта оҙатып йөрөнө. Баш ҡала буйлап билеттарға, йәшәүгә һәм экскурсия программаһына сығымдарҙы Белорет хакимиәте үҙ өҫтөнә алған.
Район башлығы Андрей Иванюта махсус хәрби операцияла һәләк булған Белорет хәрбиҙәренең балаларын байк-шоуға алып барыу идеяһын хуплағаны өсөн Александр Хирургка бик рәхмәтле булыуын белдергән.
Мәскәүҙә ун бала менән уларҙы оҙатып йөрөүсе әсәләр ҙә булған. Баш ҡалаға барыһы ла тиерлек тәүге тапҡыр барған.