Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2023, 13:30

Кемдәр субсидия алыуға хоҡуҡлы?

Аҙ килемлеләр, хеҙмәт ветерандары, ишле ғаиләләр һәм граждандарҙың башҡа категориялары коммуналь хеҙмәттәр өсөн аҙыраҡ түләй ала.  

Кемдәр субсидия алыуға хоҡуҡлы?
Кемдәр субсидия алыуға хоҡуҡлы?

 

Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидия  — торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләү өсөн аҙ тәьмин ителгәндәргә дәүләттән бушлай ярҙам.

Башҡортостанда субсидия ошондай түләүе торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә сығымдың рөхсәт ителгән максималь күләмдән юғарыраҡ булғандарға бирелә.

— ишле һәм тулы булмаған ғаиләләргә — 13 процент;

— яңғыҙ йәшәгән 60 йәше тулған ир-егеттәргә һәм и 55 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙарға — 18 процент;

— 70 йәшкә еткән яңғыҙ ололарға — 16 процент;

— башҡа категорияларға — 20 процент.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн субсидиялар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге сайтында белергә мөмкин.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: