«Бөгөн беҙ ҙур юғалтыу кисерҙек. Оҙаҡ йылдар Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән ярыша-ярыша, бәхсәләшә-бәхәсләшә эшләнек, ләкин уның уртаҡ тел таптыҡ.
Беҙ бер-беребеҙгә ҡайһы берҙә бер аҙ көнләшеп ҡараныҡ, әммә шул уҡ ваҡытта эшебеҙ нигеҙендә ятҡан күп милләтле халыҡтарыбыҙға хас булған ихтирамды һаҡланыҡ. Бөгөн мәрхүм Мортаза Ғөбәйҙулла улына әйтергә теләйем : был – яҙмыш. Оло рәхмәт һүҙҙәре менән һәм шәхсән үҙемдең исемдән шуны әйткем килә: беҙ – туғандаш халыҡтар. Беҙ уртаҡ тел табып, уңыштарға өлгәшә алдыҡ. Рәсәй Федерацияһы үҫешенә индергән өлөшөбөҙ сәйәси планда ла, хужалыҡ мөнәсәбәттәрендә лә бик мөһим. Тарихыбыҙ уртаҡ, һәм беҙ әле лә Башҡортостан менән Татарстандың яңы етәкселәре ошо матур традицияларҙы дауам итә алабыҙ, бының өсөн ныҡлы нигеҙ булдырылған. Мортаза Ғөбәйҙулла улы яҡшы эшләне , үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырҙы. Хәҙер, уны иҫенә төшөрөп, беҙгә артабан йәшәргә һәм эшләргә тура киләсәк. Республикаларыбыҙ етәкселәре дуҫ эшләй һәм башҡа нәмәләр ҙә бирелмәгән, был беҙгә яҙмыш тарафынан яҙылған.
Заманалар ябай түгел, ләкин беҙ һеҙҙең менән барыһын да йырып сыға алабыҙ, сөнки республикаларыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың роле һәр ваҡыт бик ҙур. Халҡыңды яратҡанда күп нәмәгә өлгәшеп була. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, беҙ һине онотмаҫбыҙ», – тине.