Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 17:35

Туңдырылған лимон

     Тамаҡ шешкәндә был цитрусты һурып йөрөһәгеҙ, тауышығыҙ асылыр.  

Туңдырылған лимон
Туңдырылған лимон

 

Лимон  ҡан баҫымын төшөрә, ҡан тамырҙарын холестериндан таҙарта, иммунитетты яҡшырта. Составында С витамины күп булғас, ОРВИ һәм грипп менән сирләгәндә файҙалы. Тамаҡ шешкәндә был цитрусты һурып йөрөһәгеҙ, тауышығыҙ асылыр.  Бауырҙы һәм бөйөрҙәрҙе  таҙартыуҙа ла уның шифаһы ҙур.

Лимонды ҡасан теләйһегеҙ , шунда ҡулланам тиһәгеҙ, туңдырырға була. Бының өсөн  лимондарҙы йыуып киптерәбеҙ. Дезинфекция өсөн алма һеркәһенә бер минут һалып торабыҙ ҙа, туңдырғысҡа 12 сәғәткә ҡуябыҙ. Һуңынан уны ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Килеп сыҡан массаны һыуытҡыстың боҙ туңдырыу өсөн тәғәйенләнгән һауыттарына һалып сығабыҙ.

  Сирләп китһәң, туңдырылған кубиктарҙы алаһың да, сәйгә һалып эсәһең. Компоттарға ла ҡушырға мөмкин.

 

 

Фото: triodesigngroup.ru

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в