Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2023, 21:35

Ауыл хужалығында эшләһәгеҙ…

Был яңылыҡ ауыл хужалығы  предприятиеларында эшләгән йәштәргә ҡағыла.

Ауыл хужалығында эшләһәгеҙ…
Ауыл хужалығында эшләһәгеҙ…

 

Агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам программаһына ярашлы,  БР Ауыл хужалығы министрлығы дәүләт ярҙамы алыу конкурсында ҡатнашыуға йәш белгестәрҙән документтар ҡабул итә башлай.

2023 йылдан дәүләт ярҙамының күләме 500 мең һумдан 750 мең һумға хәтлем артты. Конкурста ҡатнашыусылар республиканың ауыл хужалығы ойошмаларында эшләргә тейеш. Ғариза  менән тейешле документтарҙы 16 ғинуарҙан 23 - өнә тиклем БР  Ауыл хужалығы министрлығына тапшырырға кәрәк (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106. 306-сы кабинет).

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: