Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2023, 18:51

Ҡоро йүтәлде кишер һуты баҫа

Быйыл киҙеү бигерәк яман. Бер генә ауырытып ҡуймай, ҡабат ҡабатлай. Өҫтәүенә йүткертеп яфалай. Йүтәлгә ҡаршы түбәндәге халыҡ дауалу ысулдарын да ҡулланып ҡарағыҙ. 

Ҡоро йүтәлде кишер һуты баҫа
Ҡоро йүтәлде кишер һуты баҫа

 

  • Ҡоро йүтәлде кишер һуты баҫа. Бының өсөн 1:1 нисбәтендә кишер һуты менән шәкәр сиробын яҡшы итеп бутарға һәм йылы килеш  көнөнә 5-6 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Балаларға берәр балғалаҡ та етә.
  •  Бер ҡалаҡ ҡыҙыл көртмәлене  бер стакан ҡайнар һыуҙа иҙергә һәм көнөнә сәй урынына 2-3 стакан эсергә.
  • Ҡара шалҡанды турап өҫтөнә шәкәр һибергә һәм барлыҡҡа килгән һутты  сәғәт һайын берәр ҡалаҡ  эсергә.
  • Иҙелгән һарымһаҡты бал менән бутап (1:2), талғын утта  йылытырға. Килеп сыҡҡан һутты  көнөнә 3-4 тапҡыр 2-3 ҡалаҡ эсергә.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: