Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2023, 16:35

Хәйбулла батыры асыҡланды

Бөгөн Байғусҡар ауылында район бәһлеүәндәре көс экстримы буйынса турнирҙа ҡатнашты. Көн йонсоу булһа ла сарала 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Улар тәгәрмәс покрышкаһы түңкәрҙе, бүрәнә күтәрҙе, балға һелтәне, гер тотто, Ҡыш бабай тоғон алды, машина һөйрәтте.

Хәйбулла батыры асыҡланды
Хәйбулла батыры асыҡланды

Иң көслөләрҙең исемлеген түбәндә бирәбеҙ: 10 йәшкә тиклемге категорияла - Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡыусыһы А. Билалов;

14 йәшкә тиклем - Д. Сабитов Д. (Аҡъярҙың 1-се мәктәбе уҡыусыһы);

17 йәшкә тиклем - Н.Теләйев (Аҡъярҙың 1-се мәктәбе уҡыусыһы);

33 йәшкә тиклемгеләр араһында Миңнур Нураев (Аҡъярҙағы ПЧ - 93 хеҙмәткәре) беренселекте алды;

"Спорт ветерандары" араһында беренсе урынды Риф Баймырҙин алды, унан бер балл ҡалышып Ғирфан Мәмбәтов икенсе булды.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: