+12 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Новости
4 Января 2023, 16:00
2023-тө ҡаршылағанда тыуған уйҙар...
Күптәр тағы шаулап байрам итте,Утлы көлтәләрен аттырып,Кемдең тамашаһы байыраҡ, тип,Береһенән береһе арттырып.Саф һауаны һулаһығыҙ итәҺанһыҙ шартлауҙарҙың төтөнө,Бар Ер шарын дер һелкеткән кеүек,Декабрҙең һуңғы был төнө.Уңда,һулда,алда, артта шартлау,Әйтерһең дә,туптар гөрһөлдәй,Тыныс йәшәүҙәрҙән туйып әллә,Кеше үҙе ҙур һуғыш көҫәй.Былай ҙа окопта,яңы йылда,Беҙ оҙатып ҡалған өс йөҙ мең,Тағы, тағы, тағы...өсәр йөҙ меңКәрәкмәҫ,тип әйтә ала кем?Яу ҡырында булғандарҙы уйлап,Сыҙап торһаҡ ине саҡ ҡына,Ҡарҙар түгел, ҡурғаш яуған ерҙәУт аҫтындағылар хаҡына.Халҡыбыҙҙа,ил төкөрһә әгәр,Күл йыйылыр, тигән аҡыл бар,Яуға ярҙам була алыр инеКүккә осоп киткән аҡсалар!Фәйрүзә Зиянбердина
2023-тө ҡаршылағанда тыуған уйҙар...
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"