Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2022, 19:45

Һыуытҡыс боҙолмаһын тиһәгеҙ…

Түбәндәге кәңәштәрҙе тотһағыҙ, һыуытҡысығыҙ һеҙгә оҙаҡ хеҙмәт итер.

Һыуытҡыс боҙолмаһын тиһәгеҙ…
Һыуытҡыс боҙолмаһын тиһәгеҙ…


* Һыуытҡыстың туңдырыу бүлегендәге боҙҙоң ҡалынлығы 0,5 сантиметрҙан үтһә, иретергә ашығығыҙ.

* Һауа йөрөһөн өсөн туңдырыу бүлеген тыңҡыслап тултырмағыҙ.

*Термостаттың эшләү режимын дөрөҫ ҡуйығыҙ. Һыуытыу камераһы өсөн ул + 4 , туңдырыу бүлеге өсөн  -18 градус булырға тейеш.
* Һыуытҡысты йылылыҡ батареялары янына урынлаштырмағыҙ, ул тура ҡояш нурҙары төшкән урында булмаҫҡа тейеш.
* Һыуытҡыстың артҡы стенаһы йорт стенаһынан биш сантиметр аралығында булырға тейеш. Кондесаторҙы туҙан һурҙырғыс йәки дымлы сепрәк менән һөртөгөҙ.

*Агрегат һәр саҡ тигеҙ урында ултырырға тейеш.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: