Аллаһтың тәҡдиренә яҙылған бәлә-ҡазалар, ҡайғы-хәсрәттәр килгәндә, «Әгәр шулай булған булһаң, был бәләгә дусар булмаҫ инең», «Әгәр ҙә һаҡсы ҡуйған булһаҡ, ҡараҡтар үҙебеҙҙе баҫа алмаҫ ине, әгәр ҙә ваҡытында дауаланған булһа, үлмәҫ инек» тип әйтеү тәҡдиргә ҡаршы һөйләү була. Сөнки һәр бер кешенең тәҡдире яҙылған. Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә үлемеңде яҙмаған булһа, ул килмәйәсәк.
Раббыбыҙ тәҡдиргә ҡаршы һөйләүсе кешеләрҙе: «Әгәр үлем һеҙҙең ихтыярҙа булһа, үҙегеҙгә килә торған үлемгә ҡаршы тороғоҙ», ‒ тип киҫәтә. Кешенең тыуыр көнө лә, үлер сәғәте лә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында билдәле. «Шулай итһә, үлмәҫ ине», ‒ тип һөйләү харам.
Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә: «Һиңә файҙа биреүсе нәмәләргә ынтыл, Аллаһтан ярҙам һора һәм сәбәптәренә ирешмәйенсә һис тә ялҡауланып ултырма. Әгәр ҙә һиңә берәй төрлө бәлә килһә, шуны-шуны эшләһәм, шулай булыр ине, тип әйтмә, быны Аллаһы Тәғәлә тәҡдиргә яҙған һәм уны теләгән дә, ҡылған, тип әйт. Дөрөҫлөктә «әгәр» тигән һүҙ шайтандың эштәренә ишек аса.