Хроник гайморит менән яфаланыусылар ябай ғына тымауҙың нисек итеп тиҙ арала гайморитҡа әүерелеүен яҡшы белә. Ә бына уны ғәҙәти сәй ярҙамында дауалап булыуын күптәр белмәйҙер.
Уны әҙерләү өсөн бер балғалаҡ бал, бер балғалаҡ эвкалипт төнәтмәһе, бер балғалаҡ ҡаты итеп бешерелгән сәй алына. Шуларҙың барыһын бергә бутап, тәүлегенә өс тапҡыр яҡынса ярты пипетка күләмендә танауға тамыҙырға. Дауаланыу ваҡыты – өс көн, әммә ике-өс тапҡыр тамыҙғандан һуң, еңелләшер.
Был шифалы дарыуҙы тымау гайморитҡа әйләнә яҙған ваҡытта ҡулланырға кәрәк.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.