Новости
17 Декабря 2022, 16:00

"Әсәйҙәр сабырлығы"

Барыһына да нисек түҙәһең һин.Ҡайҙан килә шундай сабырлыҡ?..Әсәйҙәрҙә булған сабырлыҡҡаҠабат-ҡабат хайран ҡалырлык.Шатлыктарға ярһып шатланһа ла,Ғазаптарға түҙә тын ғына...Иламай ҙа әсәй, зарланмай ҙа -Күҙҙәрен дә сабыр моң ғына.Ғүмерҙәрҙең ауыр юлдарындаЕл - дауылдар мәңге тынманы.Ҡанаттарың һынған саҡтар булды,Сабырлығың ғына һынманы.Ғүмерең буйы сабыр иттең,Уның да бит сиге булалыр -Күңелдәрең тулһа, иңдәремәБаштарыңны һалып ила бер.Иламайҙа әсәй, зарланмайҙа,Ғазаптарға түҙә тын ғына.Йөрәгендә, бәлки, мең яралыр,Күҙҙәрендә сабыр моң ғына.   Марат Кәбиров    

"Әсәйҙәр сабырлығы""Әсәйҙәр сабырлығы"
"Әсәйҙәр сабырлығы"

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас