Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2022, 11:45

Юл фажиғәләре - 14 декабрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа дүрт кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 23 иҫерек водителде тотҡан (өсөһө икенсегә тотола).

Юл фажиғәләре - 14 декабрь
Юл фажиғәләре - 14 декабрь

Төштән һуң Стәрлетамаҡта 24 йәшлек егет "Mercedes-Benz" машинаһында йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған 45 йәшлек ҡатынды төрттөргән. Йәйәүле дауаханаға оҙатылған.

Йәйәүлеләр, үткәүел аша сыҡҡанда ла бик ныҡ иғтибарлы булырға, ян-яҡҡа ҡарап, транспорт туҡтап, юл биргән осраҡта ғына юлды дауам итергә мөмкин.

Водителдәргә йәйәүлеләр үткәүеленә етер саҡта мотлаҡ тиҙлекте кәметергә, йәйәүлеләр үткәүелендә бер кем дә булмағанда ғына хәрәкәтте дауам итергә кәрәк.

Барығыҙға ла хәүефһеҙ юлдар!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: